Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәгендә әйтеүҙәренсә, һуңғы көндәрҙә операторҙарға прививка яһатыуға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәттәр артҡан. Анализ һөҙөмтәләре, сирҙән һуң реабилитация үтеү мөмкинлектәре хаҡында һорашыусылар ҙа бар. Операторҙар элеккесә иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй. Үҙәктең бөгөнгө оперативкаһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла булды.
Сәғәт иртәнге һигеҙенсе ярты, ә Ситуация үҙәгендә эш ҡайнай. Үткән көнгө йомғаҡ яһала, ҡатмарлы мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә. Сменалар ике көн һайын алмашынып тора. Хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө һөнәр эйәләрен осратырға мөмкин. Китапханасылар, тәрбиәселәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә, журналистар ҙа бар. Мәҫәлән, Ильяс Ҡасҡынов бында тәүге көндән эшләй. «Ағиҙел» журналынан килгән. Хәҙер журналист үҙ эшен башҡарырға ла, үҙәктә эшләргә лә өлгөрә.
Операторҙарға көн һайын төрлө һорауҙарға яуап бирә. Сетерекле мәсьәләләр килеп сыҡҡанда Тим лидерҙар ярҙамға килә. Әгәр улар ҙа яуап таба алмаһа табиптарҙың эксперттар төркөмөнә мөржәғәт итәләр. Оператор Зөлфиә Йәноҙаҡова әйтеүенсә, артыҡ ҡатмарлыҡтар юҡ. Ә бына тел белеү кешеләр менән аралашҡанда бик мөһим.
Ситуация үҙәге асылған ваҡытта ике сменаға ла 70-тән ашыу оператор йәлеп ителһә, хәҙер һәр төркөмдә 40 кеше. Уларҙың һәр береһе көн һайын йөҙгө яҡын мөржәғәткә яуап бирә.
Белгестәр фекеренсә, Ситуация үҙәге республикала бик ваҡытлы, сир ҡоторған мәлдә асыла. Был ойошма йөҙҙәрсә кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы хәл итергә, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
Ситуация үҙәгенең эше ғинуар аҙағына тиклем билдәләнгән. Әммә төбәктәге хәлгә ҡарап үҙгәрештәр индерелеүе лә мөмкин. Әлегә был хеҙмәткә ихтыяж бар.
Ситуация үҙәгендә әле шылтыратыуҙар бер аҙ кәмеү сәбәпле операторҙар һаны ла ҡыҫҡартылған. Әммә эш режимы шул килеш ҡала, хеҙмәткәрҙәр иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап бирә. Әле көнөнә 300-ҙән 500-гә тиклем шылтыратыу ҡабул ителә.
Рәмзиә Кәримова.