Сифатлы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар Башҡортостанда «Демография» милли проекты сиктәрендә таратыла. Продукцияны ҡулланыусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Элина Әхмәҙиеваға прилавка артында торған хеҙмәткәргә хатта, исем-фамилияһын да әйтергә кәрәкмәй. Һөт продукцияһын таратыусы һатыусы һәр әсәне күптәнге танышы кеүек ҡаршы ала.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ауырлы ҡатындарға, опекала булған балаларға һөт ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлеге бирелгән. Үткән йыл йомғаҡтарынан билдәле булыуынса бушлай һөт кухняһы менән 24 меңдән ашыу кеше ҡулланған, улар араһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән генә өс йәшкә тиклемге 23 983 бала. Автолавка булмаған төбәктәрҙә аҡ ризыҡтар термосумкаларға һалынып, еңел автомобилдәрҙә халыҡҡа еткерелә.
Республикала таратыу пункттары йөҙҙән ашыу. Утыҙ өс ауыл һәм ҡасабаға автолавкалар менән һөт продукцияһы килтерелә. Махсус исемлектәге Өфө районы Дмитриевка ауылы халҡы ла ошо ергә дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре килеп бушлай һөт продукцияһы ала, бынан тыш, башҡа һатып алыусылар ҙа бындай мөмкинлек менән файҙалана ала.
Һөт кухняһы продукцияһы әлеге ваҡытта ете предприятиела етештерелә. Яңы тыуған һәм өс йәшәкә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән ризыҡ етештереү процессы етди анализдар аша тикшереү үтә. 13 төрлө продукцияға март аҙаҡтарына иод менән байытылған йогурттар етештереү ҙә өҫтәләсәк.
Төбәктә һөт кухняһы 7 нөктәлә урынлашҡан. Быйыл уларға тағы ла икәү өҫтәләсәк. Иглиндә һәм Баймаҡта асыласаҡ майҙансыҡтар республика ауыл-ҡалаларындағы ғаиләләрҙе һәм балаларҙы тулыһынса сифатлы һәм файҙалы һөт продукцияһы менән тьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Гүзәл Борханова.