Онлайн форматтағы кәңәшмәлә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар тикшерелде. «Звезда» компанияһы етәксеһе Роман Жолобов Өфөлә заправкалау станцияһын үҙ эсенә алған автосервис төҙөргә йыйыныуы хаҡында әйтте.
Инвестор бизнес-план төҙөп, буласаҡ объект өсөн майҙансыҡ һайлаған. Проект буйынса юл буйы сервисында 27 кешегә эш урыны асыу планлаштырыла. «Перспектива» идарасы компанияһы вәкилдәре 50 мең тоннаға иҫәпләнгән иген киптереү комплексы проекты менән таныштырҙы.
Элеватор төҙөү өсөн инвестор Стәрлетамаҡ районында ер участкаһы һатып алған һәм бусасаҡ комплекстың технологик схемаһын әҙерләгән. Предприятие 2022 йыл аҙағына эш башлар тип көтөлә. Тағы ла бер эшҡыуар Архангел районында алкоголһеҙ эсемлектәр производствоһын киңәйтеү пландары тураһында һөйләне. Азамат Ғәлин 124 миллион һум инвестиция һалып һуттар, лимонад һәм алкоголһеҙ бал етештерергә ниәтләй.