Фекерләү ҡеүәһен үҫтергән шөғөл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ағиҙел ҡалаһында ике йыл элек асылған Балалар технопаркы ҙур һорау менән файҙалана. Мәктәп уҡыусылары үҙәктә белем алып ҡына ҡалмай, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был йәнһүрәт ниндәйҙер ҙур компанияла түгел, ә ябай мәктәп кабинетында ижад ителгән. Балалар технопаркында уҡыусылар үҙ фантазияһына таянып, төрлө әкиәттәр төшөрә. Бының өсөн урында бар мөмкинлектәр ҡаралған. Һәр кемдең үҙ компьютеры, әкиәттә ҡулланыр махсус ҡоролмалар ҙа бар. Картина геройы булыу өсөн дә шарттар ҡаралған. Нейрон датчиклы костюм ярҙамында теләгән образға инергә мөмкин.

Ә был ғәҙәти булмаған мәктәп партаһы, ултырғыстар менән йыһазландырылған кабинетта уҡыусылар журналистика өлкәһе серҙәренә төшөнә. Бөгөн улар гәзиттең сираттағы һанын тулыландырыр материалдарҙы барлай. Уҡытыусы Юлиә Ҡотлоева, бындай төр уҡыу баланың фекерләү ҡеүәтен арттырыуҙа роле ҙур булыуын билдәләй.

Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәп базаһында урынлашҡан балалар технопаркында белем алыу һәм ниндәйҙер шөғөлгә өйрәнеү өсөн бар мөмкинлектәр ҡаралған. Сәнғәт һөйөүселәргә йыр студияһы, инженер өлкәһе менән ҡыҙыҡһыныусыларға авиамоделләү, компьютер грамоталылығы түңәрәге эшләй.

Шәфҡәт Биксаев төрлө йүнәлештә махсуслашҡан педагог. Башлыса мөғәллимлек эше уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә ҡоролған. Ҡыҙыҡһыныу менән килгән балаларҙың ҡомарын күтәрерҙәй һабаҡ бирергә тырыша. Мәҫәлән, үҙҙәре уйлап сығарған әйберҙе 3Д моделдә баҫтырып сығарып, уны һынап ҡарау мөмкинлеген дә бирә.

Балалар технопаркы Ағиҙел ҡалаһында ҙур һорау менән файҙалана. Түңәрәккә йөрөргә теләүселәр күп. Бер яҡтан ҡыуаныслы ла, икенсенән, барыһын да ҡабул итерҙәй мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа педагогик коллектив был мәсьәләнең ваҡытлыса булыуын, киләһе уҡыу йылында хәл ителеренә өмөтләнә.

Азат Ғәлиуллин.