Бындай сикләү һынау рәүешендә өс көн була, тығындар артып китһә, ул өлөшләтә ябыласаҡ. Мэрия халыҡты ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыра, Өфөнөң үҙәгенә башҡа урамдар аша үтеү мөмкинлеге тураһында белдерә. Дим микрорайонында йәшәүселәргә иһә Өфөгә Затон аша килергә кәңәш ителә.