Рәсәйҙәге иң заманса элеватор Башҡортостанда була

Ул Стәрлетамаҡ районында төҙөлә, 50 мең тонна иген һыйҙырышлы. Элеватор 2022 йыл аҙағында эшләй башларға тейеш. Проект Республика "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды. Уны ғәмәлгә ашырыу ярты миллиард һумға баһалана. Проект өҫтөнлөклөләр рәтенә инде, ҡорамалдар алыу, инфраструктура булдырыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.