Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, бер кеше бер юлы икенән ашыу депутаттың ярҙамсыһы була алмай. Шулай уҡ дәүләт һәм коммерция серен, шәхси мәғлүмәттәрҙе асыу, депутат ярҙамсыһы статусын шәхси маҡсатта файҙаланыу тыйыла. Проект ай аҙағында пленар ултырышта ҡаралырға тейеш.