Башҡортостанда алдағы дүшәмбенән коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр бер аҙ йомшартыла

Социаль учреждениеларҙа мотлаҡ булған изоляция тәртибе әкренләп бөтөрөлә. Хеҙмәткәрҙәргә прививка эшләнә. Инфекция госпитале итеп үҙгәртелгән дауаханалар ҙа ғәҙәти эш тәртибенә күсерелә. Был Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы, Өфөләге 10-сы ҡала клиник дауаханаһы һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына ҡағыла. Шулай уҡ Респубика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы тамашасылар стадионда ҡарай ала. Саф һауала стадиондағы урындарҙың яртыһын, ябыҡ бинала 30 процентын алыу рөхсәт ителә. Был турала коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ултырышында белдерелде.