Был турала "Башҡортостан концессия компанияһы" генераль директоры Асабали Закавов белдерҙе. Быйыл башҡарылырға тейешле эш күләме уҙған йылдан 4 тапҡырға күберәк. Шуға эшселәр һаны 1 меңгә еткерелгән. Өфөнө М5 трассаһы менән тоташтырған Көнсығыш юлды 2023 йылда төҙөп бөтөү планлаштырыла.