Был турала беҙгә урындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов хәбәр итте. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса автономиялы округта 36 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәүҙәт Ҡолмәмбәтов фекеренсә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙы берҙәм программа буйынса уҡытыу кәрәк. Был уларға юғары уҡыу йортона ингәндә ҙур ярҙам була.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре, Ханты-Мансы автономиялы округынан тыш, Рәсәйҙең тағы 5 төбәгендә уҙа. Исемлектә: Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы бар. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика башлығы грантына лайыҡ булды. Былтыр башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре илдең 5 төбәгендә үтте.