Өфөлә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды

Донъя беренселегенә һайлап алыу этаптарында 17-18 йәшлек спортсылар ҡатнаша. Тәүге көндә ҡыҙҙар шәхси уҙышта көслөләрҙе асыҡланы. Алтай крайынан Анастасия Гришина еңеүсе булды. Красноярскиҙан Юлия Шеллер менән Санкт-Петербургтан Влада Шишкина икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ярыштарҙың баш судьяһы Юрий Байрамов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн егеттәр  ошо уҡ төрҙә көслөләрҙе асыҡлай. Үҫмерҙәр араһында  Донъя беренселеге февраль аҙағында Австрияла уҙа.