Ул ҡаланың Ленин урамындағы йәмәғәт транспорты туҡталышын емереүҙә ғәйепләнә. Күҙәтеү камераларынан күренеүенсә, иҫерек егет, туҡталыш павильонының тәҙрәләрен вата, ишектәрен ҡайырып, йылытыу ҡоролмаһын йолҡоп ала. Краснокама районынан килгән йәш кешене тәртип һаҡсылары тота.