Медицина учреждениеһы 1-се ҡала дауаханаһы базаһы нигеҙендә төҙөлгән. Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында уның менән яҡындан танышты. Үҙәк дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә сафҡа ингән. Дөйөм инвестициялар күләме 150 миллион һум. Үҙәктә пациенттар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған, ул Октябрьский медицина округына ҡараған ауыр коронар синдромлы сирлеләр һәм өсөн тәғәйенләнә. Республика башлығы ҡан тамырҙары үҙәгенә юғары баһа бирҙе. Власть менән бизнес араһында хеҙмәттәшлек буйынса ыңғай тәжрибә киләсәктә башҡалар өсөн өлгө булып тора, тине Радий Хәбиров.