Республика башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында 1-се ҡала дауаханаһы реконструкцияһы менән танышты

1953 йылда төҙөлгән бинала ремонт эштәре 2018 йылда башланған. Бында нигеҙ һәм колонналар көсәйтелгән, ағас өлөштәре тимер-ботон монолитына алмаштырылған, инженер селтәрҙәр яңыртылған, яңы ҡыйыҡ түшәлгән, тәҙрәләр, лифт һәм теплотрасса урынлаштырылған. Бынан тыш дауахана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров ремонтты ыңғай баһаланы. Яңы корпус асылыуы сирҙәрҙе асыҡлау мөмкинлеген һәм  махсус ярҙам күрһәтеү сифатының артыуын билдәләп үтте. “Бында медицина хезмәткәрҙәренә лә, пациенттарға ла уңайлы.Ҡала һаулыҡ һаҡлау системаһының материаль-техник базаһын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Бында шулай уҡ республиканың 6 районы халҡы дауалана”,- тине Радий Хәбиров.