Башҡортостанда Ковид-19 вирусы ҡорбандары 163-кә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уҙған тәүлектә инфекциянан тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Коронавирус йоҡтороусылар исемлеге 167 кешегә тулыланған. Пандемия башланған осорҙан яңы инфекция диагнозы 21 569 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 826 пациент дуалана, улар араһынан ауыр хәлдәге 66 кешенең 16-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4392 сирле вирусҡа ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 77 кеше һауығып сыҡҡан. 

Гөлдәриә Йосопова.