Өфөлә уҙған айҙа йылылыҡ өсөн килгән квитанция хаҡтары буйынса ултырыш үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Торлаҡ йорттарҙы йылы менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре юғары хаҡтарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн түңәрәк өҫтәл артында йыйылды. Белгестәр әйтеүенсә, республика граждандары былтырҙан йылылыҡ өсөн яңы система буйынса түләй. Быға тиклем уртаса хаҡтар 12 ай дауамында  түләнһә, быйылдан 8 ай, йәғни һалҡын миҙгелдәрҙә файҙаланған йылылыҡ өсөн түләнә. Ҡышҡыһын хаҡтар үҙенең юғары нөктәһенә етә. Йылылыҡ системаһына һауа температураһы ла йоғонто яһай. Декабрҙә йорттарға күләме буйынса бер нисә тапҡыр күберәк йылылыҡ ебәрелә.

Граждандар 1 июлгә тиклем йылылыҡ өсөн ошо уҡ тариф буйынса түләйәсәк. Июлдә беҙ законға ярашлы хаҡтарҙы көйләргә хаҡлыбыҙ. Был осраҡта зәңгәр яғыулыҡ хаҡтары, уртаса хеҙмәт хаҡы ла иҫәпкә алына.

Светлана Бурдюк, Башҡортостан тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Флорида Ким.