Шаран районында бер нисә шәхси хужалыҡ вәкиле үҙҙәре етештергән продукцияны эшкәртеп һатыу өсөн ҡулланыусылар кооперативына ойошҡан.
Былтыр йыл аҙағында ойошторолған хужалыҡта ауыл эшҡыуарҙары баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емеш, ит-һөт продукцияһынан сифатлы ризыҡтар әҙерләй. Ҙур булмаған цехта ҡамыр аштары, турамалар, башҡа аҙыҡ-түлек төрҙәре етештерелә. Шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукция менән эш итергә иҫәп тотҡан кооператив ағзалары быйыл хужалыҡты киңәйтеү, техник базаны нығытыу буйынса эш алып бара. Киләсәктә шулай уҡ ассортиментты киңәйтеү пландары ла бар.
Кооператив ағзаларына бынан ары артыҡ сеймалды ҡайҙа тапшырырға тигән һорау тормаясаҡ. Ойошмаға тәүгеләрҙән ингән Әхмәтшиндар ғаиләһе күпләп мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Үҙҙәренең техникаһы ла бар. Уңған хужалар фекеренсә, кооперативҡа ойошоу хужалыҡтағы продукцияны әрәм-шәрәм итмәү мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, өҫтәмә табыш сығанағы ла булып тора.
Флорида Ким.