Был программа эшләй башлау менән Урмияҙ ауылындағы мәҙәниәт усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Тәҙрәләр һәм ҡаҙанлыҡ алмаштырылған, иҙәндәр түшәлгән, бина эсендә эске биҙәү эштәре башҡарылған.
Алты клуб ойошмаһына йөрөгән ауыл йәштәренең балалары өсөн уйын зонаһы ла булдырылған. Капиталь ремонтҡа 4 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Музыкаға әүәҫ ауыл кешеләре бында килеп өр-яңы инструменттарҙа уйнарға өйрәнә ала. Мәҙәниәт усағына ҡурай, мандолина, ҡубыҙ, бяан һәм гармундар, яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, интерактив таҡта ҡайтарылған. Был интерактив таҡтанан ауыл халҡы кинофильмдар ҙа ҡарай аласаҡ. Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортоноң материаль-техник базаһы «Кесе ватан мәҙәниәте»федераль милли проекты сиктәрендә нығытылған.
Гүзәл Борханова.