Өфөлә Яңы йыл ғаилә уйындарының еңеүсеһе билдәләнде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күләмле спорт сараһында каникул осоронда мәктәп, муниципаль этаптарҙы уңышлы үткән 63 ғаилә ҡатнашты. Көсөргәнешле финалды БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Учалынан Гөлнар Абзалова ҡыҙын һәм тормош иптәшен һынатманы, туп ҡапҡаға инмәне. Ярыш талаптары буйынса, ғаилә ағзалары алмашлап һаҡсы булып уйнай, артабан үҙҙәре лә ҡулдарына сәкән алып, башҡа ҡатнашыусыларға ҡаршы сығыш яһай. Коньки урынына быймала йөрөгәнгә күрә, майҙанда көсөргәнеш секунд һайын арта.

Яңы йыл ғаилә уйындары быйыл өсөнсө ғинуарҙан алтыһына тиклем ойошторолғайны, каникул осоронда уҙғарылған сарала илле ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Район-ҡала кимәлендә абсолют еңеүсе тип билдәләнгән ғаиләләр артабан Өфөгә – ярыштың финалында ҡатнашыуға саҡырыу ала.

Эстафета, тюбинг, санаға баланы ултыртып уҙышыу - ярыш этаптары ҡыҙыу барҙы. Сарала ҡатнашыусылар етеҙлеккә көс һынашып, берҙәм булыуын күрһәтте.

«Яңы йыл ғаилә уйындары» финалы өс сәғәт дауам итте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Туймазынан Зәйруллиндар ғаиләһе еңеүсе тип билдәләнде, уларға шифаханала ял итеүгә ун көнлөк сертификат тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Благовещен районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары уртаҡлашты.

Гөлназ Хәйбуллина.