Өфөнө Сергей Греков етәкләйәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сираттағы ҡала советы ултырышында республиканың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы билдәләнде. Депутаттар берҙәм тауыш менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткән кандидатураны һайланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ун бер кеше ҡатнашты, уларҙың документтары тикшереү үткәндән һуң, бишәүһе генә киләһе этапта ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Дәғүәселәрҙең федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәтте белеү кимәлен «Башҡортостан муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһының эксперт комиссияһы баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Советҡа өс кандидат тәҡдим ителде. Ултырышта уларҙың һәр ҡайһыһы Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеш программалары менән таныштырҙы.

Радий Хәбиров яңы һайланған башлыҡ иңенә ҙур яуаплылыҡ һалыныуын билдәләп, 450 йыллыҡты лайыҡлы ҡаршыларға ҡушты. Яңы социаль объекттар төҙөлөшөн башларға кәрәк. Инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәтте үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу бурысы ла ҡуйылды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сергей Грековҡа «ялан мэры» булырға өндәне, халыҡ менән йышыраҡ осрашырға, киҫкен мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү мотлаҡ. Өфөнөң яңы башлығы үҙ сиратында, хакимиәттең асыҡ эшмәкәрлек алып барасағын вәғәҙәләне.

Гөлназ Хәйбуллина.