Благовещен ҡалаһында йәйәүлене бәрҙергән еңел автомобиль водителе ваҡиға урынынан ҡасҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Видеокүҙәтеү камераһына эләккән кадрҙан күренеүенсә, «Форд Фокус» водителе бәләгә тарыған оло йәштәге ҡатынға ярҙам итергә урынға  енәйәт урынын ҡалдырып китә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәте буйынса, ғәйепләнеүсе артабан машинаһын күрше ихатаға ҡуйып, үҙ йортона ҡайтып йәшенә. Тикшереү барышында уның 45 йәштә булыуы асыҡланған. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алғанда транспорт хужаһы иҫерек булған. Ғәйепләнеүсегә ҙур күләмдә штраф һәм арест янай. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткәне өсөн протокол төҙөлгән.

Илдар Байбулатов.