Пландан тыш уҙғарылған тикшереүҙәрҙең төп маҡсаты – пандемия шарттарында санитар-эпидемиология ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү. Көн һайын үткәрелгән рейдтар сиктәрендә эксперттар комиссияһы төрлө объекттар буйлап йөрөп сыға. Улар әйтеүенсә, етешһеҙлектәр күп. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында штаб ағзалары кескәйҙәрҙе иртәнге ҡабул итеү мәленә тура килгән.
Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, был осраҡта иҫәп журналы тултырылырға, балаларҙың температураһы үлсәнергә, зарарһыҙландырыу шыйыҡсалары менән эшкәртеү уҙғарылырға һәм һаҡланыу кәрәк-яраҡтары булырға тейеш. Әммә был ҡағиҙәләр тейешле кимәлдә үтәлмәй. Учреждение етәкселәренә тәүге рейд барышында иҫкәрмәләр яһала, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү бурысы ҡуйыла. Бер нисә көндән һуң тикшереү яңынан уҙғарыла.
Рәмзиә Кәримова.