Октябрьский ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн яңыртылған социаль-мәҙәни үҙәктә һәр кем күңеленә яҡын эш менән шөғөлләнә. Ҡул эштәренә, бейергә, йырларға, уйындар уйнарға өйрәнгән граждандар Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулап Президент грантына эйә була. Социаль үҙәкте БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барып күрҙе.
Күтәренке кәйефтә парлашып бейегән йәштәрҙең сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнһә лә, ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөүе сикһеҙ. 25 йәшлек Кристина тыумыштан даун синдромы менән яфалана, әммә ҡатмарлы диагноз менән дә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Октябрьский ҡалаһында асылған социаль үҙәккә йөрөгән ҡыҙ яттан шиғырҙар һөйләй, йөҙөргә ярата, актерлыҡ оҫтаханаһына һәм бейеүгә йөрөй. Уның башланғыстарын әсәһе һәм яҡындары бәләкәй сағынан хуплап, Кристинаға үҫешергә ярҙам итә.
Былтыр асылған социаль-мәҙәни үҙәккә өс йөҙгә яҡын кеше йөрөй. Бында улар бер-береһе менән аралаша, дуҫтар таба, рухи яҡтан дәртләнеп көс туплай. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар яратҡан дәрестәренә төркөмдәргә бүленеп йөрөй. Спорт, музыка залы, ҡул эштәре оҫтаханаһы, компьютер класында белемен камиллаштырыусылар байтаҡ.
Быға тиклем Октябрьский ҡалаһында йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар иҫке бинала ял сәғәттәрен үткәрә. Яңы объект асылғас ярҙамға мохтаж кешеләр социаль үҙәккә күпләп йөрөй башлай һәм Рәсәй конкурстарында еңеүгә өлгәшә.
Социаль-мәҙәни үҙәккә 18 йәштән алып йөрөргә мөмкин. Төрлө сирҙәр менән ауырыған балалар өсөн Октябрьскиҙа «Йәйғор» мәктәбе эшләй. Өлкәндәрҙе берләштерергә ҡаралған үҙәктә һәр кеше күңеленә яҡын шөғөл һәм дуҫтар таба ала.
Флорида Ким.