Христиандар оло дини байрамын ҡаршылай

Йола буйынса, бөгөн төндә теләүселәр һыуға сума. Бының өсөн махсус мәке- иордандар уйыла. Уларҙың һәр береһен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролгә алған. Башҡортостан биләмәләрендә дини йоланы башҡарыу өсөн 70-тән ашыу урын билдәләнгән. Мәҫәлән, Өфөлә Ағиҙел йылғаһының “Ҡояш яры” пляжында һәм Нижегородка биҫтәһендә, шулай уҡ  “Биатлон” спорт комплексы янында һәм Яҡутов парктарында була. Сисенеп-кейенеү һәм сәй эсеү өсөн йылы сатырҙар ойошторола, ти Өфө епархияһының матбуғат секретары Евгений Шерышев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн һәм иртәгә иордан уйылған урындарҙа ашығыс ярҙам машиналары, янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар дежурҙа була.