26-27 ғинуарҙа “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә “Ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары ойоштора. Иртәнге сәғәт 11-ҙән алып киске 8-гә тиклем 8-900-347-5000 телефоны аша шылтыратып, ғаилә һәм көнкүреш низағы, никах тарҡалыуға юл ҡуймау кеүек һорауҙар буйынса белгес кәңәшен алырға мөмкин.Эксперттарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.