Өфө спортсыһы фристайл буйынса Донъя беренселегендә ҡатнашыуға дәғүә итә

Снежана Прайс Миәстә үткән Рәсәй Кубогы өсөн ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны. Әле ул  ил беренселегенә һәм февралдә уҙасаҡ Рәсәй кубогының 3-сө этабына әҙерләнә.  Уның һөҙөмтәләре буйынса Донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ спортсылар билдәләнә.