Яңы йыл алдынан Баймаҡ юл-ремонт идаралығы автопаркы өс техника менән тулыланды. Уның асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Тәжрибәле механизатор Марат Түләков яңы техниканы үҙләштереүҙе дауам итә. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар заманса йыһазландырылған автогрейдерҙа һиҙелмәй ҙә. Юл хеҙмәткәрҙәре өсөн иң ҡыуаныслыһы – кабина эсе йылы һәм иркен. Ҡышҡы осорҙа махсус техника юлдарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуға тәғәйенләнһә, йәйгеһен иһә улар төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителәсәк.
Яңы йылдың тәүге аҙнаһында республикала көслө ҡар яуҙы, һауа температураһы түбәнәйҙе. Тап ошо осорҙа яңы техникалар юл таҙартыу эшенә йүнәлтелде. Улар ярҙамы менән төбәк-ара, ауыл һәм ҡала араһындағы юлдар тәүлек әйләнәһенә асыҡ булды.
Автопарк республика ҡаҙнаһынан бүленгән сығым ярҙамында яңыртылды. Баймаҡ идаралығы яҡынса 900 саҡрым юлды хеҙмәтләндерә, был маҡсатта ҡышҡы осорҙа 20 нән ашыу берәмек махсус техника йәлеп ителә.
Әлфиә Хәмитова.