Бөгөн иртән Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә «Фанера-плитә комбинаты»нда янғын сыға

Your browser doesn't support HTML5 video.

Асыҡланыуынса, ут икенсе ҡаттың 100 квадрат майҙанын ялмап ала. Уны һүндереү юғары янғын категорияһы буйынса алып барыла, 20 берәмек техника һәм 68 кеше йәлеп ителә.

Ваҡиға урынынан 12 кеше эвакуацияланған, зыян күреүселәр юҡ. Әле ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана.