Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн 28 ғинуарға тиклем мотлаҡ изоляция тәртибе ғәмәлдә була. Бөтә Рәсәй һәм республика спорт ярыштарын уҙғарғанда асыҡ һауала майҙан - 50, бинала – 30 процентҡа тулы булырға тейеш. Бөгөндән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған учреждениелар ғәҙәти эш режимына күсә. Дөйөм туҡланыу урындары төнгө сәғәт икенән таңғы алтыға тиклем ябыҡ була. Был тәртип юл яны сервисы һәм ситтән тороп сауҙа алып барыусыларға ҡағылмай.