Башҡортостандың төҙөүсе компаниялары Республика башлығына мөрәжәғәт иткән

Улар төҙөлөш өсөн металл материалдарға хаҡ артыуына зарлана. Был тема "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. Тимер-бетон ҡоролмалар 50-60 процентҡа ҡиммәтләнгән, был иһә объекттар төҙөлөшө өсөн сығымдарҙы арттыра. Радий Хәбиров Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына төҙөүселәр һәм республика предприятиелары араһында сауҙа бәйләнештәрен көйләргә ҡушты.