Эштәрҙе тиҙләтер өсөн ике һыҙатты ла тулыһынса ябырға ҡарар ителде. Төҙөлөш барышы менән Премьер-министр Андрей Назаров танышты. Ул тығындарҙы кәметеү алымдарын тағы ла камиллаштырыу кәрәклеген белдерҙе. Автомобиль ағымы бигерәк тә Өфөгә Ағиҙел күпере аша ингән ерҙә көслө. Шуға күрә шишәмбенән иртәле-кисле баш ҡалаға өс һыҙат аша үтеп буласаҡ, сығыуға бер генә юл ҡалдырыла. Көндөҙ хәрәкәт кәмегән ваҡытта элекке график ғәмәлгә инә. Бынан тыш, Зәки Вәлиди менән Салауат Юлаев урамдары киҫелешендәге светофорҙы юл хәрәкәте инспекторҙары автомобиль иҫәбенә ҡарап көйләйәсәк.