Республикала социаль контракт үҙ эшеңде асырға йәки яңы эш табырға булышлыҡ итә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә социаль килешеү нигеҙендә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ҡаралды. Вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, былтыр халыҡтың килемен арттырыу һәм фәҡирлекте кәметеүгә йүнәлтелгән проект республикала һынау үткән. Республикаға 307 миллион һум аҡса бүленгән, уның 270  миллионы федераль ҡаҙнанан алынған.  Ленара Иванова уңышлы миҫалдарҙы атаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Былтыр республикала 5 меңдән ашыу кеше социаль контракт төҙөгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был уңышлы проект.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған йылда  социаль контракт ярҙамында 500-ҙән ашыу кеше үҙ эшен асҡан. Улар балалар баҡсаһы, матурлыҡ салоны, икмәк бешереү цехы һәм башҡа предприятие ойоштора алған.