Бөгөн Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 62 километрында үлемесле авария теркәлде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл-транспорт фажиғәһе автомобилдәрҙең береһенә беркетелгән видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлгән.

Кадрҙан күренеүенсә, «Фольксваген Джетта» водителе насар һауа шарттарында ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә ул үҙе лә аңғармаҫтан «ДЭУ Нексия» менән бәрелешә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы транспорт сараһының 50 йәшлек водителе ваҡиға урында һәләк булған. Уның 53 һәм 54 йәштәрҙәге ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Медецина ярҙамы шулай уҡ «Фольксваген» автомобилендә китеп барған 24 һәм 66 йәшлек ике ҡатынға ла талап ителгән.