Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика етәксеһе танылған көрәшсе менән бер нисә йыл элек таныш. «Уның шәп спортсы ғына түгел, оло йөрәкле кеше икәнлеген дә белдем. Өфөлә яңы көрәш мәктәбен асыу төбәктә спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Меңдәрсә малай һәм ҡыҙ һаҡланыу нигеҙҙәрен үҙләштерер, кемдер беҙҙең Джефф кеүек бөйөк спортсы булыр»- тине, Башҡортостан башлығы.
Был көндө джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы, хәҙер инде үҙ мәктәбенең баш тренеры 50 йәшлек юбилейын билдәне. Ҡотлауҙар ҡабул иткәндә Джефф Монсондың күңеле тулышты, ул күҙ йәштәрен тыя алманы. Бөгөн спортсы кескәй ҡыҙы һәм ҡатыны менән Өфө күсеп килгән. Баш ҡалала джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы мәктәбе «Нефтсе» спорт комплексында эшләй, ҡайһы бер дәрестәр Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәреләсәк.