Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра

Көслө ҡар яуыу сәбәпле юлда  шарттар ҡатмарлаша. Бөгөн Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлында 2 еңел автомобиль ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән. Юл фажиғәһендә 1 водитель үлгән, икенсе автомобиль хужаһы һәм 4 пассажир төрлө йәрәхәттәр менән Саҡмағош дауаханаһына оҙатылған.