Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы электрон паспорттар 5 февралдән бирелә башлай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яңы рәсми документ ни өсөн кәрәк, бындай паспортты ҡайҙа эшләйҙәр һәм нисек ҡулланырға? Был һорауҙарға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова эҙләне. 

Был документты юллап, халыҡҡа оҙон сираттарҙа тораһы түгел. Әммә ковидҡа ҡаршы паспортлы булыу өсөн гражданин ковид-19  инфекцияһына ҡаршы антиесемдәре булыуына тест үтергә тейеш. Вакцинация үтеүселәрҙең дә тест һөҙөмтәләре дәүләт хеҙмәттәре порталына автоматик рәүештә гражданиндың шәхси кабинетына тапшырыла. Электрон форматтағы паспорттар иммунизациялау кимәлен күтәреү һәм республикала covid-19 ҡаршы вакцинацияны тейешле кимәлгә етекереү маҡсатында эшләнә, ти, белгестәр.

Ковид инфекцияһын үткәргәндәр антиесемдәргә  үҙ аллы анализдар тапшыра ала. Республикала бындай анализдар 25 медицина үҙәгендә башҡарыла һәм мәғлүмәт шулай һәр кемдең шәхси кабинетына атоматик рәүештә тапшырыла. Шәхси мәғлүмәт таралыуына босолаһы түгел. Паспорт мобиль ҡушымтала куар код форматында бирелә. Башҡа бәйләнеш каналдары буйынса мәғлүмәт йәшерен шифрлы канал аша үткәрелә. Был куар кодты гражданин күләмле сараларҙа ресторандарҙа, халыҡ күп йөрәгән урындарҙа күрһәтә ала.

Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа, футбол, волейбол, хоккей матчтарында тамашасылар өсөн йәшел сәләмәт сектор -булдырыласаҡ. Бындағы көйәрмәндәр өсөн социаль дистанция тотоу кәрәкмәй, әммә битлектәрҙә булыу мотлаҡ. Фитнес-залдар ҙа 5 февралдән яңы шарттарҙа спорт һөйөүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.

Беҙҙең фтинес-залға электрон А-4 форматында баҫтырылған куар кодлы паспорттар ғәмәлдә буласаҡ, клиенттарға 20 процентҡа тиклем ташламалар ҡаралған.

Светлана Новикова, «Арена 3000» фитнес клубы башҡарма директоры

Привика эшләтеүселәргә ковидҡа ҡаршы электрон паспорттың мөҙҙәте бер йыл, ә антиесемдәре 10 дананан ашыусыларға өс ай. Әгәр ҙә был һандар түбән икән, вакцинация үтеп, электрон паспрот алырға мөмкин. Сәләмәтлек паспорты магазинда супекрмакеттарҙа,ташламалар менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Башҡортостандың дәүләт ҡарамағындағы мәҙәниәт учреждениеларында ла ярайһы ғына ташламалар тәҡдиме бар.

Пандемия осоронда беҙ тамаша залдарының 30 процентын ғына тултыра ала инек. 5 -се февралдән ковидҡа ҡаршы электрон паспорт күрһәтеүселәргә дәүләт мәҙәниәт залдарында тамашаларға 30 процент ташлама менән ҡуллана аласаҡ.

Наталья Лапшина, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары

Нисек кенә булмаһын, мобиль ҡушыматала электрон таныҡлыҡҡа эйә булыу, уның хужаларына мәҙәни һәм спорт сараларына йөрөргә, магазиндарҙа, фитнес клубтарҙа һәм башҡа учреждениеларҙың бонустары менән ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Электрон форматта антиковид паспорттарын теркәү  әле саҡ башланып ҡына тора. Был фораматтағы паспорт граждандарға спорт һәм мәҙәни сараларға 30 % тиклем ташлама менән билет һатып алыу мөмкинлеге бирә һәм сит илгә сыҡҡанда ла уңайлы.

Гүзәл Борханова