Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡ 1 февралдән арттырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әлегә тиклем был хеҙмәткә хаҡты ғинуарҙа күтәреү ҡаралған ине.

Видеоконференция форматында ойошторолған кәңәшмәлә Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, 2021 йылда республикала сүп-сар буйынса реформаһының икенсе этабы көтөлә.

Төбәктә көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, контейнер майҙансыҡтары эшләү, фототеркәү системаһын индереү менән бергә сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороу ҙа талап ителә. Хөкүмәт рәйесе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнгән операторҙарҙы үҙ эшенә яуаплыраҡ ҡарарға ла саҡырҙы.

Рәмзиә Кәримова.