Башҡорт милли кулинария флешмобы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баймаҡ районы уҡыусылары республикала иғлан ителгән кулинария флешмобына ҡушылды. Киләһе материал ҡаланың икенсе һанлы мәктәбенән әҙерләнде.

Ваҡыт үтә килә, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын  әҙерләү тәртибе лә үҙгәрә.  Һәр хужабикә уны үҙенсә төрлөләндерә. Ҡаланың икенсе һанлы мәктәбенең тәжрибәле ашнаҡсыһы Рәйсә Ғәбитова һигеҙенсе класста уҡыусы ҡыҙҙарға ҡыҫтыбай әҙерләү сере менән бүлеште.

Буласаҡ хужабикәләр төрки халыҡтарҙың милли аш-һыуының бер төрө- сәк-сәк тә бешереп ҡараны. Татлы ризыҡ, айырыуса, башҡорттар һәм татарҙар араһында киң ҡулланыла. Сәк-сәк - туй табындарын да биҙәй. 

Киң күләмле республика кулинария флешмобында райондың меңдән ашыу уҡыусыһы ҡатнашты. Улар 30-ҙан ашыу милли ризыҡ әҙерләне. Оҫталыҡ дәрестәре менән мәктәп ашнаҡсылар, ата-әсәләр сығыш яһаны.

Әлфиә Хәмитова.