Бөгөн легендар герой Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл

Даян Баян улы Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. “Ул халыҡ улы, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, - ти Баҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илһам Ғималетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Баҡалы районында Даян Мурзинға бағышланған байтаҡ саралар үтә. Эпидемиологик хәлгә бәйле, уларҙың бер өлөшө онлайн ойошторола. Илһам Ғималетдинов дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Даян Мурзин тере сағында уҡ легендаға әйләнгән шәхес. Ул Чехославакияның милли геройы, Чехия һәм Словакияның 15 ҡалаһында Почетлы граждан тип иғлан ителгән. Майор Мурзин исемен йөрөткән урамдар бар. 1999 йылда Өфө ҡала Советы ла Даян Баян улына баш ҡаланың Почетлы гражданы тигән исем бирҙе.