Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең бер өлөшө компенсациялана

Башҡортостанда быйыл да айырым граждандарға күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең бер өлөшө компенсациялана. Бындай ташлама эшһеҙҙәргә, 70 йәшкә еткәндәргә, яңғыҙ йәшәүселәргә, инвалидтарға ҡаралған. Республикала 21 меңдән ашыу кешегә тәғәйенләнә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан хөкүмәтенән. Ташламалар өсөн бюджеттан 33 миллион  һумдан ашыу аҡса бүленә.