Балет труппаһы бөгөндән легендар бейеүсе Рудольф Нуриев исемен йөрөтә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы бөгөндән легендар бейеүсе Рудольф Нуриев исемен йөрөтә. Ижади коллективҡа донъяға танылған артист исемен биреү тәҡдимен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хуплағайны.  Иҫтәлекле ваҡиға хөрмәтенә киләһе аҙнала театр сәхнәһендә “Жизель” спектакле күрһәтелә.