Спорт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, килешеү 2 йылға иҫәпләнә. 27 йәшлек уйынсы Өфөгә Мәскәүҙең ЦСКА командаһынан күсте. Юлаевсылар составында 14 уйын уҙғарып, 7 мәрәй тупларға өлгөрҙө. Хоккейсы менән әлеге килешеү мөҙҙәте 30 апрелдә тамамлана.