Андрей Назаров медицина ойошмаларына 15 Лада Гранта һәм 10 УАЗ автомобиле асҡыстарын тапшырҙы

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың медицина ойошмаларына 15 Лада Гранта һәм 10 УАЗ автомобиле  асҡыстарын  тапшырҙы. Федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған заманса машиналар тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүсе медицина учреждениларына тәғәйенләнә. Автомобилдәр Йылайыр Дәүләкән, Малаяҙ, Йәрмәкәй, Шишмә, Баймаҡ, Ауырғазы райондары, Нефтекама һәм Салауат ҡалалары дауаханаларына тапшырылды.