Республикала юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере өҙөлдө

Архангель районында юл таҙартып йөрөгән тракторға КРАЗ машинаһы килеп бәрелә. Аварияла “Белорусь” механизаторы һәләк була.  Уҙған көн Башҡортостан биләмәләрендә сыҡҡан буран һәм көслө ҡар арҡаһында трассаларҙа транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Өфө ун баллыҡ тығындарҙа торҙо.