Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус тағы 168 кешелә асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 4 мең 526 кеше ауырыуҙы еңел үткәрә, 803-ө  дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 164 пациент һауыҡҡан, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып   сирҙе  йоҡтороусылар һаны  22 мең 400-ҙән артты.