Йылдам иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 3 яңы резидент теркәлде

Улар яңы предприятиеларға 7 миллиард һум инвестиция бүлергә әҙер. “Проекттар Күмертау, Нефтекама һәм Благовещен биләмәләрендә тормошҡа ашырыла. 200 самаһы яңы эш урыны булдырыла”,- тип белдерҙе иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.  Әле йылдам иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 74 резидент теркәлгән, Дөйөм инвестиция күләме 42 миллиард һумға баһалана.