Башҡортостан халҡы легендар герой Даян Мурзинды иҫкә ала

Бөгөн "Ҡара генерал"дың  тыуыуына 100 йыл. Ошо уңайҙан Даян Мурзин исемен йөрөткән  Кушнаренко күп профилле һөнәрселек колледжында геройға мемериаль таҡтаташ асылды. Штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айгөл Фахриева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Даян Мурзин тере сағында уҡ легендаға әйләнгән шәхес. Ул Чехославакияның милли геройы, Чехия һәм Словакияның 15 ҡалаһында Почетлы граждан тип иғлан ителгән. Майор Мурзин исемен йөрөткән урамдар бар. 1999 йылда Өфө ҡала Советы ла Даян Баян улына баш ҡаланың Почетлы гражданы тигән исем бирҙе.