Ауыл ипотекаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостан илдә иң уңышлыһы тип танылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров яҙған.

Уның билдәләүенсә, программа бер йыл элек ғәмәлгә ашырыла башланы һәм уның һөҙөмтәһе иң ҡыйыу фараздарҙы ла уҙып китте. Былтыр ковидҡа бәйле көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм суммаһы 5 миллиард һумлыҡ 2 мең 400 ташламалы ипотека кредиты бирелгән.

Йәш ғаиләләр башлыса Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Яңауыл райондарында урынлашҡан йорттарҙы һайлаған. Хәҙер беҙҙең маҡсат – халыҡҡа йәшәүгә һәм эшләүгә уңайлы булһын өсөн был ауылдарҙың инфрастуктураһын үҫтереү, – тигән Башҡортостан башлығы.