15 берәмек «Лада Гранта» һәм бер тиҫтә УАЗ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республиканың медицина учреждениеларына автомобилдәр тапшырҙы.

Махсус йыһазландырылған техника федераль ҡаҙна бүлгән аҡсаларға һатып алынған һәм улар беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Машиналар башлыса үҙәк район дауаханалары һәм төпкөлдәге һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына бирелә. Андрей Назаров әйтеүенсә, әле тотош илдә поликлиника, табип амбулаториялары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди-техник базаһын нығытыу эше көсәйтелә. Башҡортостан да был йәһәттән алдынғылар рәтендә.

Медицинаның беренсел звеноһы халыҡ менән иң яҡыны. Шуға күрә был өлкәнең матди-техник базаһын нығытыу үтә лә мөһим эш. Бик ҙур аҡсалар бүленә һәм бер тине лә йәл түгел. Сөнки был сығымдар кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Быйыл ғына беҙ 80 берәмек техника алырға иҫәп тотабыҙ.

Премьер-министр автомобилдәрҙе алыусы медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм был техниканың ауыр хеҙмәт шарттарын бер аҙ еңеләйтеренә ышаныс белдерҙе. Автомобилдәр был юлы Йылайыр, Дәүләкән, Малаяҙ, Йәрмәкәй, Шишмә, Баймаҡ, Ауырғазы дауаханаларына оҙатылды.

Айнур Кәбиров.