Уҙған төндә Өфө районында «МТЗ» тракторы механизаторы фажиғәгә тарыған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «КрАЗ» йөк машинаһы водителе билдәһеҙ сәбәп менән ҡар таҙартып йөрөүсе махсус техникаға бәрелә.

Авария һөҙөмтәһендә «Беларусҡа» идара итеүсе 50 йәшлек ир үлемесле яралана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тәгәрмәсле трактор артҡа сигенгән булған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.